ҮРГЕ ӘБДРӘШ, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 56 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 213 кеше; 1939 – 167; 1959 – 232; 1989 – 425; 2002 – 440; 2010 – 458 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Әбдрәш а. (Түб. Әбдрәш) кешеләре хәҙ. исем м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Нуғай булып теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика