ҮРГЕ ҒӘЛЕ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үрге Ғәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 78 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Аҡсура й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 142 кеше; 1939 — 68; 1959 — 227; 1989 — 150; 2002 — 128; 2010 — 99 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1917 й. һәм 1920 й. араһында Орск өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Түб. Ғәле (Ғәле) а. кешеләре хәҙ. исемдәге бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Аҡсура исеме м‑н билдәле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.