ҮРГЕ БИШЕНДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 17 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1144 кеше; 1920 – 1482; 1939 – 1115; 1959 – 828; 1989 – 525; 2002 – 641; 2010 – 725 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бишенде исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Оло Бишенде, Урта Бишенде булараҡ билдәле булған. 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар, 1760 й. ш. уҡ даруғаның Байлар улусы башҡорттары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултырған. 18 б. 2‑се ярт. Түб. Бишенде а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.  1795 й. 265 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта – 785 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауылда улус идараһы урынлашҡан; 2 мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек теркәлгән. Рен.А.Вәлиуллин, Рифғ.А.Вәлиуллин ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика