ҮРГЕ БИКҠУЖА, Үрге Сорғояҙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Түбәнге Бикҡужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 47 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 745 кеше; 1939 – 610; 1959 – 373; 1989 – 245; 2002 – 277; 2010 – 214 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түбәнге Бикҡужа төп мәктәбе филиалы), клуб, китапхана бар.

     Ауылға 19 б. аҙ. – 20 б. башында Ырымбур өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Бикҡужа (Түбәнге Бикҡужа, Иҫке Бикҡужа) а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Ү.Б. (Яңы Бикҡужа) исеме м‑н теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика