АРХИПОВА Ирина Константиновна (2.1.1925, Мәскәү — 11.2.2010, шунда уҡ), йырсы (меццо-сопрано), педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. СССР‑ҙың (1966), БР‑ҙың (1994), Ҡырғыҙстан Респ. (1993) халыҡ артисы, Молдова Респ. Маэстра Дель’Артеһы (1997). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). Проф. (1982). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1953; Л.Ф.Савранский класы). 1954 й. алып Свердловск опера һәм балет театры, 1956—89 йй. СССР‑ҙың Ҙур театры солисы, бер үк ваҡытта 1976 й. башлап Мәскәү консерваторияһында уҡыта. Халыҡ-ара муз. эшмәкәрҙәре союзы президенты (1986 й. алып). 1994 й. БДОБТ‑ла төрлө конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында “Ирина Архипова тәҡдим итә” (“Ирина Архипова представляет”) фестивале үтә. 1994 й. Оло Теләк фажиғәһендә (ҡара: Техноген һәләкәттәр) һәләк булғандар иҫтәлегенә яңғыраған Дж. Верди Реквиемын башҡарыуҙа ҡатнаша; 1996 й. “Өфөлә Шаляпин кисәләре” опера сәнғәте фестивале сиктәрендә П.И.Чайковскийҙың “Пики дамаһы” (“Пиковая дама”) операһында Графиня партияһын башҡара. Ленин пр. (1978), РФ‑тың Дәүләт пр. (1997), С.В.Рахманинов ис. пр. (1993), “Casta Diva” Рәсәй опера пр. (1999) лауреаты. Ленин (1972, 1976, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2000), Изге Андрей Первозванный (2005) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Музыка жизни. М., 1997.

Ғ.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018