ҮРГЕ БИКБИРҘЕ, Б и к б и р ҙ е, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Бикбау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 328 кеше; 1939 — 308; 1959 — 201; 1989 — 213; 2002 — 229; 2010 — 191 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1908 й. тиклем Орск өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Бикбирҙе а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Ауылдан Т.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡтағы Кесе Һүрәм й. үҙәне — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Р.Ф.Әлмөхәмәтов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018