ҮРГЕ БӘГӘНӘШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 330 кеше; 1920 – 476; 1939 – 231; 1959 – 212; 1989 – 97; 2002 – 105; 2010 – 95 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Бәгәнәш‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 17 б. аҙ. алып Теләш исеме (тархан Теләш Бәгәнәшев исеменән) м‑н билдәле. Һуңынан Бәгәнәш, 18 б. аҙ. Бәгәнәш‑Әбүкән (ер биләүсе Әбүкән Исмәғилев исеменән) булараҡ теркәлгән. 1795 й.  67 йортта 449 кеше (халҡы 18 б. урт. нигеҙләнгән Түб. Бәгәнәш а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. Үрге Бәгәнәш‑Әбүкән ауылы 70 йортта –458 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тимерлек теркәлгән. 20 б. башынан алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика