ҮРГЕ БАЛТАС, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түб. Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Яманшур й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 314 кеше; 1920 – 296; 1939 – 236; 1959 – 296; 1989 – 200; 2002 – 185; 2010 – 189 кеше. Удмурттар йәшәй (2002).

Ауылға 1670 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1673 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са  Себер даруғаһы Өфө-Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар Балтас(ч) исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. Үрге Балтас (Үрге Вотокас) булараҡ теркәлгән, 31 йортта 195 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика