ҮҘӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Үҙән а/с үҙәге. Р‑н үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Үҙән (Төньяҡ Үҙән) й. тамағында, Үҙән һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 5762 кеше; 1920 — 5961; 1939 — 3220; 1959 — 2548; 1989 — 1754; 2002 — 1441 кеше. Урыҫтар йәшәй. Халҡы “Өфө” урман сәнәғәте комплексы филиалында эшләй. Урта мәктәп, балалар йорто, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

    Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Үҙән заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. 414 йортта 2955 кеше йәшәгән. Сиркәү, часовня булған. 1900 й. сиркәү, 3 мәктәп, 4 һыу тирмәне теркәлгән. Т.И.Немкова,К.И.Туленков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Фото: Белорет р‑ны Үҙән ауылы

 

 

Яндекс.Метрика