ТАБАҪҠЫТАМАҠ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Табаҫҡытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 75 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Пермь өлк.) К.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Аяҙ й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 68 кеше; 1959 — 885; 1989 — 716; 2002 — 567; 2010 — 462 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1937 й. ағас әҙерләү ойошторолған ваҡытта Табаҫҡытамаҡ барагы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. алып хәҙ. исеме м‑н ҡасаба булараҡ иҫәпләнә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018