УРАЛ, Гусев, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән К.‑Көнс. 58 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 147 кеше; 1989 — 151; 2002 — 125 кеше. Башҡорттар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

    Ауылға 20 б. 50‑се йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда Гусев а. кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018