УРАЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән Т.‑Көнс. 4 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 147 кеше; 1959 — 399; 1989 — 257; 2002 — 272 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Эван” ЯАЙ‑нда эшләй. Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

    Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Ҡырмыҫҡалы а. кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 50‑се йй. аҙ. У. 20‑се йй. нигеҙләнгән Ҡарлыман спиртзаводы ҡасабаһы ҡушылған. 2005 й. хәҙ. статусын ала. М.М.Абдуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.