УРАҘГИЛДЕ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Яңы Тәтешле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 3 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Бармыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 736 кеше; 1920 — 795; 1939 — 863; 1959 — 573; 1989 — 485; 2002 — 490 кеше. Удмурттар йәшәй. Халҡы “Дәмен” АХПК‑нда эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто  бар.

    Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡыр‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Үрге Тәтешле а. кешеләре нигеҙ һала, 1809 й. алып билдәле. 1865 й. 96 йортта 408 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 һыу тирмәне, тимерлек теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов