УРАҘБАҠТЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 927 кеше; 1920 — 1247; 1939 — 982; 1959 — 681; 1989 — 544; 2002 — 483 кеше. Татарҙар йәшәй. У. — “Салауат ис. агрохужалыҡ” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

    Ауылға 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы старшина Ибраһим Ураҙбахтин билдәле. 1865 й. 118 йортта 659 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне, почта станцияһы булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.З.Нафиҡова, Ф.В.Фәйезов ошо ауылда тыуған.

 Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов