УРАҘБАҠТЫ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡариҙел а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 115 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 119 кеше; 1920 — 173; 1939 — 329; 1959 — 299; 1989 — 119; 2002 — 101; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Сиҙәш (хәҙ. Сиҙәш‑Нуғай) а. кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 15 йортта 86 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов