УРАҘБАЙ, У р ы ҫ б а й, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 126 км алыҫлыҡта Йылайыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 273 кеше; 1920 — 342; 1939 — 217; 1959 — 180; 1989 — 244; 2002 — 233 кеше. Башҡорттар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб  бар.

    Ауылға 1858 й. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Ултраҡ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ураҙбай Ултраҡовтың исеме м‑н аталған. 1866 й. 39 йортта 176 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, мәҙрәсә теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов