УРАЗАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Янбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1954 кеше; 1920 – 1922; 1939 — 1161; 1959 — 677; 1989 — 448; 2002 — 452 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. У. — “Уразай” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

    Ауылға Уҫы даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1702 й. алып билдәле (башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәрҙә мишәрҙәр төпләнгән). 19 б. башында бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 233 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 200 йортта — 1231 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 тимерлек, 2 тирмән, 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. башында У. кешеләре Яңы Уразай бүлендек ауылын нигеҙләй.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018