УРАҘ, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1289 кеше; 1920 — 1864; 1939 — 1240; 1959 — 848; 1989 — 972; 2002 — 1128 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы «“Байрамғол” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда эшләй. Ураҙ аграр лицейы, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

    Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [улар указдар (1736 й. 11 февр.)б‑са тартып алынған] типтәрҙәр Миңлебай исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе сотник Миңлебай Ишмәнов исеменән) нигеҙ һала. 1795 й. 29 йортта 204 кеше йәшәгән, 1866 й. 139 йортта — 758 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, почта станцияһы булған. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен (Ураҙ Ҡәйепов исеменән) йөрөтә. 1900 й. 2 мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. Ғ.З.Аллаяров, Т.Й.Ғиниәтуллин, Н.Х.Заһиров, Ө.Ғ.Зиннуров, Ғ.Иҙрис ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов