УПҠАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Яубүләк а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән К. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 128 км алыҫлыҡта Упҡанкүл (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 751 кеше; 1920 — 864; 1939 — 703; 1959 — 850; 1989 — 524; 2002 — 508 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Ғүмәров”, “Ҡадиров”, “Мусин” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

    Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 23 йортта 67 кеше йәшәгән, 1865 й. 72 йортта — 377 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған (1860 й. һалынған). 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Упҡанкүл төбәге — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.Ә.Әсләмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов