УМАРТАСЫЛЫҠ СОВХОЗЫ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Красноусол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 10 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 210 кеше; 1989 — 138; 2002 — 162; 2010 — 169 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 40‑сы йй. умарт‑ҡ с‑зы ойошторолған ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. алып хәҙ. статусын ала.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.