УЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 66 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 254 кеше; 1920 — 265; 1939 — 233; 1959 — 554; 1989 — 294; 2002 — 279 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Йәйғор” ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

    Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1635 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында мариҙар төпләнә, улар 19 б. 2‑се ярт. тиклем йәшәй). 1730 й. тиклем бында ш. уҡ шарттарҙа һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 й. 64 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 6 йортта — 43 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Айбулат булып теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов