АРХИМАНДРИТ КҮЛЕ, Ағиҙел й. басс. күл. Өфө р‑ны Чесноковка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. һыу һаҡлау зонаһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,78 км2, оҙонлоғо 6,1 км, киңлеге 0,13 км, уртаса тәрәнлеге 2,9 м (макс. — 4,5 м), һыу күләме 2,3 млн м3. Иҫке үҙән, дүртенсел осор тоҡомдарында (ваҡ таш, ҡырсынташ, ҡом, ҡомло балсыҡ һәм балсыҡ) барлыҡҡа килгән, соҡоро даға рәүешендә; төбө ҡомло-мәтеле һәм ләмле. Ағар күл, яҙын ҡылымығы аша Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) м‑н ҡушыла. Яуым‑төшөм, ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Күл эвтрофлы, үтәләй туңыусан. Ландшафтары һыубаҫар туғай урмандары (ерек, күк тирәк, ҡарама, муйыл, тал) һәм болондарынан (еҫле һырмауыҡ, ҡала ҡыҫыр сәскәһе, ҡарамаяпраҡ ерек ҡураһы, урман шыма ҡурайы, ябай кесерткән  һ.б.) тора. Яр буйҙарын күл ҡуһаһы, күрән, уҡъяпраҡ, һаҙ ҡырҡбыуыны һ.б. биләй. Күлдә 20‑гә яҡын балыҡ төрө йәшәй, ш. иҫ. ҡыҙылғанат, опто, сабаҡ, суртан һ.б.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018