УҘЫТАМАҠ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Алкин т. юл ст. Т. табан 1 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 393; 1939 — 550; 1959 — 320; 1989 — 310; 2002 — 411; 2010 — 429 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Өфө өйәҙе Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ю.А.Алкиндың алпауыт крәҫтиәндәре бәләкәй ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Алкин, Михайловка, Софьино исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 30 йортта 176 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ҡымыҙ эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, ҡымыҙ оҫтаханаһы, мөгәзәй теркәлгән; ауылда Шәйхәле усадьбаһы булған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.