УҘЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 358 кеше; 1959 — 265; 1989 — 178; 2002 — 220 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Халҡы «“Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводы» ДУП‑ында эшләй. Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

    Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың Ҡашҡалаша а. кешеләре Уҙыбаш а. урынында (18 б. 1‑се ярт. билдәле булған) бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 56 йорт теркәлгән. У. эргәһендә һары умырзая популяцияһын һаҡлау өсөн заказник ойошторолған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов