УЖА, Яңы Верхоторка, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ужа й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 468; 1939 — 299; 1959 — 181; 1989 — 231; 2002 — 274 кеше. Урыҫтар йәшәй. Халҡы “Арыҫлан” ДУАХП‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб  бар.

    Ауылға 1876 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Ҡазан губернаһы, Пенза һәм Өфө губернаһы күскенселәре Ужа ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 60 йортта 430 кеше йәшәгән. Игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 50‑се йй. — хәҙ. статусын ала. 80‑се йй. У. 1893 й. нигеҙләнгән Яңы Верхоторка а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов