УБАЛАР, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх‑Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 325 кеше; 1989 — 392; 2002 — 272; 2010 — 248 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. аҙ. Архангел урман сәнәғәте хужалығы участкаһы ойошторолған ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 70‑се йй. алып хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Убалар археологик ҡомартҡыһы табылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.