АРХИМАНДРИТ (гр. archimandritēs), юғары монахлыҡ итеүсе (ҡара: Монахлыҡ) руханиҙарҙың 2‑се (урта) дәрәжәһе (ҡара: Православие руханиҙары); эре ирҙәр монастырҙары башлыҡтарының почётлы титулы. 18 б. алып А. исеме юғары адм. вазифа биләүселәргә лә (уҡыу йорто ректоры, дини миссия башлығы һ.б.) бирелгән. А. дәрәжәһенә күтәреү епископ тарафынан атҡарыла. Өфө епархияһында А. дәрәжәһендә дини идара (ҡара: Православие), күп кенә монастырь настоятелдәре (мәҫ. Успение ирҙәр монастыры, Далмат Успение ир‑егеттәр монастыры), Өфөләге дини семинария ректорҙары һ.б. булған.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.