АРХИЕРЕЙ ЙОРТО, 1919 й. тиклем Рәсәйҙә айырым епархия мөлкәтенә идара итеүсе сиркәү хакимиәте учреждениеһы. Епархия архиерейы ҡарамағында була. Тәүҙә А.й. эре ер биләүсе була; ундағы вазифалы кешеләр һаны епархияның ҙурлығына һәм байлығына бәйле була. 18 б. алып элекке әһәмиәтен юғалта, ҡаҙнанан күскән аҡсаларға (штат окладтары), биналарҙы, ҡала ситендәге йорттарҙы, ер участкаларын, туғайҙарҙы, тирмәндәрҙе ҡуртымға биреүҙән, балыҡ тотоуҙан, ғибәҙәт ҡылыуҙан һәм крестный ходтарҙан алынған килемдәргә идара итеүсе контора м‑н бергә архиерей резиденцияһы булып ҡала. А.й. аҡсаһына епархия һәм викар архиерейҙары, дини уҡыу йорттары, епархия матбуғаты, хәйриә йорттары һ.б. тәьмин ителә.

Башҡортостан терр‑яһында А.й. 1800 й. Ырымбур һәм Өфө епархияһын ойоштороуға бәйле Өфөлә асыла (ҡара: Өфө епархияһы). 1917 й. А.й. штатында 40‑тан ашыу кеше, ш. иҫ. идаралыҡ рәйесе, эконом, секретарь, 2 хөжрәсе, тәре руханиҙары һәм монахтар, 10—20 послушник, архиерей хоры була. А.й. — ағас, 1828 й. башлап 2 ҡатлы таш бинала урынлаша, 1897 й. яңыртып төҙөлә (хәҙ. Туҡай урамында), унда йорт (Рух) сиркәүе эшләй, епархия саралары, ком‑ттар һәм комиссияларҙың (мәҫ., 1915—17 йй. ҡасаҡтар т‑да епархия попечителлегенең) ултырыштары үткәрелә. 1918 й. бинала “Уфимский церковно‑народный голос” (“Өфө сиркәү-халыҡ тауышы”) ж. редакцияһы урынлаша. 1919 й. сиркәү ябыла, А.й. бинаһы балалар дауаханаһына тапшырыла; 20 б. 70‑се йй. башында һүтелә.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018