АРХИЕРЕЙ (гр. archi — өлкән, баш һәм hiereus — рухани), юғары дәрәжә православие руханиҙары вәкилдәренең (патриарх, митрополит, архиепископ, епископтарҙың) дөйөм атамаһы. Православие дине тәғлимәтенә ярашлы, священство серле йолаһында рукоположение (архиерей хиротонияһы) аша тапшырылған Изге Рух шәфҡәте вариҫы булып тора. Епархия һәм викар архиерийҙарын айыралар. Епархия А. епархиялағы дини тәғлимәт һәм ғибәҙәт ҡылыу эштәрендә иерархия власын бөтә тулылығында башҡара, “Владыка” тигән дөйөм һәм кафедраль ҡала һәм епархияла әһәмиәте б‑са 2-се урында булған ҡала (йә төбәк атамаһы) исемен үҙ эсенә алған шәхси титулы бар. Синод тарафынан Патриарх указы нигеҙендә билдәләнә. Викар А. епархия А. ярҙамсыһы булып тора, титул епархия ҡалаларының береһе исеме б‑са бирелә, ш. уҡ Синод тарафынан ҡуйыла.

Башҡортостандың православие динен тотҡан халҡы Ҡазан һәм Свияга (1555—89, 1732—38, 1762—64 архиепископ; 1589—1731 митрополит; 1738—62 епископ); Вятка һәм Бөйөк Пермь (1764—98 епископ); Тубыл һәм Себер (1620—64, 1768—99 архиепископ; 1664—1768 митрополит); Ырымбур һәм Өфө (1799—1859 епископ); Өфө Епархияһы төҙөлгәндән һуң, Өфө һәм Минзәлә (1859—1928 епископ); Өфө һәм Дәүләкән (1928—37, 1942—44 епископ); Куйбышев һәм Сызрань (1937—42 епископ); Өфө һәм Башҡортостан (1945—52 епископ); Өфө һәм Стәрлетамаҡ епархияһы А. (1952 й. алып епископ, архиепископ) ҡарамағында була. Архиерей йорто 1919 й. тиклем — епархия А. резиденцияһы, аҙаҡ епархия идаралығы бинаһы була. 1917—37 йй. Өфө епархияһының Асҡын (1923—26), Байҡы (1923—28), Баҡалы (1922 аҙағы/23 башы — ?), Бәләбәй (1920—37), Бөрө (1922—28), Дәүләкән (1922—28), Златоуст (1917—31), Минзәлә (1923—24), Нижегородка, Иҫке Өфө (1922—25), Стәрлетамаҡ (1922—29), Ҡытаутамаҡ (1925—26), Һатҡы (бер динлек; 1918—37) викар А. була.

Әҙәб.: Булгаков С.В. Настольная книга для священно-церковно-служителей. М., 1993.

Н.П.Зимина

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке