ТҮБӘНГЕ ЛӘКӘНДЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Төкөн т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта Күҙйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 674; 1939 — 541; 1959 — 469; 1989 — 225; 2002 — 249; 2010 — 234 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Нуғаҙаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1782 й. алып билдәле. 1786 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 34 йортта 189 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. Ғ.Ғ.Сәғиҙуллин ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов