АРХИВТАР (лат. archivum), документтар йыйыу, ҡабул итеү, һаҡлау һәм ҡулланыусылар мәнфәғәтендә файҙаланыуҙы тормошҡа ашырыусы учреждениелар йәки учреждение, ойошма, предприятиеларҙың структур бүлектәре, ш. уҡ дәүләт учреждениелары, предприятиелары, ғилми һәм ижт. ойошмалар, сәйәси партиялар һәм айырым кешеләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән документтар тупланмаһы.

Урындағы идаралыҡ һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының ведомство А. формалашыуы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башлана [1728 й. алып етәкселәр алмашынған ваҡытта А. тапшырыу‑ҡабул итеү акты (ҡултамғалы исемлек) төҙөлә, эштәр исемлегенең бер данаһы Сенатҡа ебәрелә, икенсеһе губерна йәки провинция канцелярияһында һаҡлана; бөтөрөлгән учреждениеларҙың А. йыйыу, исемлеген алыу һәм һаҡлау мотлаҡ була; ш. уҡ ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош]. Ведомство А. тәртипкә һалыу һәм һаҡлауҙы ойоштороу м‑н 19 б. аҙ. алып Ырымбур һәм Өфө губерна ғилми архив комиссиялары, Ырымбур һәм Өфө губерна земство башҡармаларының (ҡара: Земство) статистика ком‑ттары, Өфө губерна музейы (ҡара: Милли музей), Вятка, Ҡазан, Ырымбур һәм Урал, Өфө һәм Минзәлә епархия идаралыҡтары (ҡара: Өфө епархияһы), Ырымбур мосолман дини йыйылышы, губерна һәм өйәҙ Дворян депутаттары йыйылышы һ.б. ойошмалар шөғөлләнә. 1919 й. Өфө губерна А. ойошторола, 1920 й. — АСБР А.; 1922 й. улар нигеҙендә БАССР‑ҙың Үҙәк А. (ҡара: Үҙәк тарих архивы) барлыҡҡа килә. 1925 й. ҡала һәм кантондарҙың эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтары башҡарма ком‑ттары эргәһендәге А., 1930 й. ЗАГС бүлектәре, БАССР ҡала һәм райондарының эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының башҡарма ком‑ттары А. ойошторола. 1929 й. Истпарттың Башҡ‑н бүлексәһе А. нигеҙендә ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты Партия архивы (ҡара: Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы) ойошторола.

Башҡортостан тарихы м‑н бәйле 16—18 бб. документтарының күбеһе — Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында, Рәсәй дәүләт хәрби тарих архивында (икеһе лә — Мәскәүҙә) һәм Рәсәй дәүләт тарих архивында (С.‑Петербург); 19—20 бб. документтары Ырымбур өлк. Дәүләт архивында (Ырымбур ҡ.), БР‑ҙың Үҙәк тарих архивында һәм Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивында, бер өлөшө РФ Дәүләт архивында, Рәсәй дәүләт хәрби архивында, Рәсәй иң яңы тарих документтарын һаҡлау һәм өйрәнеү үҙәгендә һәм Хәҙерге осор документацияһын һаҡлау үҙәгендә (бөтәһе лә — Мәскәүҙә), РФ Оборона министрлығының Үҙәк архивында (Подольск ҡ.), Рәсәй дәүләт кинофотодокументтар архивында (Мәскәү өлк. Красногорск ҡ.), Ҡурған (Ҡурған ҡ.), Свердловск (Екатеринбург ҡ.), Силәбе (Силәбе ҡ.), Төмән (Төмән ҡ.), Һамар (Һамар ҡ.) өлк. һәм Пермь крайының (Пермь ҡ.) Дәүләт архивтарында, ТР Милли архивында һәм ТР Тарихи‑сәйәси документтар үҙәк дәүләт архивында (икеһе лә — Ҡазанда) һ.б. һаҡлана. Төбәк матбуғаты тарихы б‑са материалдар Китап палатаһында тупланған. Ғилми, ижт. һ.б. учреждение һәм ойошмалар документтарының төп өлөшө, Башҡортостан фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ҡулъяҙма мираҫы Ғилми китапханала һәм Ғилми архивта (ш. иҫ. Ш.Бабич, Һ.Л.Дәүләтшина, Ғ.Соҡорой, А.М.Таһиров, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов, Ә.И.Харисовтың һ.б. шәхси фондтары), ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында (Аҡмулланың һ.б.), БР Китап палатаһында (П.Ф.Ищериков, М.В.Әмиров һ.б.) һаҡлана.

Башҡортостан А. эшмәкәрлеге м‑н идара итеү федераль һәм респ. ҡануниәте нигеҙендә тормошҡа ашырыла. РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 1 июнендәге “РСФСР‑ҙа архив эшен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү тураһында” һәм 1919 й. 31 мартындағы “Губерна архив фондтары тураһында” декреттарына ярашлы, Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһының эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының башҡарма ком‑ттары халыҡ мәғарифы бүлектәре (1919) эргәһендәге РСФСР Мәғариф ХК‑ның Архив эше баш идаралығы вәкиле етәкселек иткән архив бүлексәләре асыла. Бәләкәй Башҡортостанда архив АСБР Мәғариф ХК‑на буйһона, 1921 й. уның ҡарамағында Архив эше үҙәк идаралығы ойошторола. Респ. архив эшенә 1922 й. алып — Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты эргәһендәге Үҙәк архив идаралығы; 1939 й. — БАССР ЭЭМ‑ының (1946 й. тиклем — НКВД) архив бүлеге; 1961 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге архив бүлеге, 1969 й. — Архив идаралығы, 1991 й. — БР МК эргәһендәге Архив эштәре б‑са ком‑т; 1995 й. — БР‑ҙың А. эштәре б‑са дәүләт ком‑ты; 1998 й. — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге А. эштәре б‑са идаралыҡ, 2010 й. башлап БР‑ҙың А. эштәре б‑са идаралығы етәкселек итә. БР Архив фонды — РФ Архив фондының бер өлөшө. РФ Архив фонды документтарын һаҡлау, комплектлау, иҫәпкә алыу һәм файҙаланыуҙы ойоштороу 2004 й. 22 окт. “Рәсәй Федерацияһында архив эше тураһында” законы м‑н көйләнә. БР архив хеҙмәте системаһына, БР‑ҙың А. эштәре б‑са идаралығы, БР‑ҙың Үҙәк тарих архивынан һәм Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивынан тыш, 63 муниципаль һәм 4 меңдән ашыу ведомство һәм тармаҡ А. инә. 2010 й. БР Архив фондында 4,4 млн ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. 1995 й. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тәүге тапҡыр “Башҡортостан Республикаһының Архив фонды һәм архивтар тураһында” законын ҡабул итә. Хәҙер архив эше 2006 й. 22 окт. “Башҡортостан Республикаһында Архив эше тураһында” законы м‑н көйләнә. Архив эше уны хоҡуҡ тәртибенә һалыуға, А. ғилми‑мәғлүмәт тәьминәтен камиллаштырыуға, уларҙың матди‑техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән план һәм программалар нигеҙендә үҫешә. 2001—10 йй. БР‑ҙың А. эштәре б‑са идаралығы тарафынан БР ФА, Этнологик тикшеренеүҙәр ин‑ты, ТТӘИ, БДУ, Рәсәй тарихсы‑архивсылар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе һ.б. учреждениелар м‑н берлектә Көньяҡ Урал археографияһы б‑са 10 конф. үткәрелә. Респ. архив хеҙмәте етәкс.: Б.А.Гинзбург (1919—20), Р.Х.Йәнекәев (1920—22), И.П.Кондратьев (1922—24), В.Д.Галанов (1924—25), С.В.Андреев (1925—28), Н.А.Земляков (1928—41), М.А.Мосягин (1941—42), Н.М.Никифоров (1943—46), П.Б.Скрипин (1947—54), Ф.И. Шәйхинуров (1955—57), К.А.Нурғәлиев (1958—82), Д.К.Үзбәков (1982—98), Ә.Ә.Хисмәтуллин (1998 й. алып). Шулай уҡ ҡара: Археография комиссияһы, Археография.

Әҙәб.: Муниципальные архивы Республики Башкортостан. Уфа, 2009; Путеводитель по фондам Центрального государственного исторического архива Республики Башкортостан. Ч.1. [1749—1917]. Уфа, 2009; Центральный государственный архив общественных объединений Республики Башкортостан: путеводитель. Уфа, 2009.

Ә.Ә.Хисмәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.