ТҮБӘНГЕ БИКҠУЖА, Б и к ҡ у ж а, С о р ғ о я ҙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Түб. Бикҡужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 42 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 520 кеше; 1920 — 303; 1939 — 248; 1959 — 275; 1989 — 273; 2002 — 309; 2010 — 263 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бикҡужа исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Бикҡужа Юлдашев исеменән) нигеҙ һала. 1795 й. 20 йортта 153 кеше йәшәгән, 1866 й. 92 йортта — 590 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19—20 бб. араһында Үрге Бикҡужа бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Шулай уҡ Иҫке Бикҡужа исеме м‑н билдәле булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов