АРХЕОЛОГИЯ ҺӘМ ЭТНОГРАФИЯ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1976 й. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эргәһендә ойошторола, 1993 й. алып РФА Өфө ФҮ Этнологик тикшеренеүҙәр ин-тының Археология һәм этнография музейы.

Экспозиция 1980 й. асыла. Музей фондында 227 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, уларҙың күпселеге Шүлгәнташ мәмерйәһе, Урта Түбә тораһы, Һынташты ҡәберлеге (ҡара: Һынташты), Филипповка ҡурғандары һ.б. археологик ҡомартҡыларҙың археологик табылдыҡтарынан тора, Көньяҡ Урал халҡы палеоантропологияһы (ҡара: Антропология) б‑са материалдар, “Стәрлетамаҡ” метеориты, мамонт һөлдәһе һ.б. экспонаттар бар. Этнографик коллекцияла ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, халыҡ музыка ҡоралдары, сигеү һәм туҡыусылыҡ өлгөләре, башҡорттарҙың һәм Башҡортостан халыҡтарының традицион кейемдәре, традицион биҙәүестәр, тирмә, хеҙмәт ҡоралдары, биҙәүҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре һ.б. күрһәтелгән. Музей буклет, каталог, открытка, ғилми мәҡ. йыйынтыҡтары һ.б. баҫмалар нәшер итә; археология һәм музеология б‑са респ. юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн лекциялар һәм ғәмәли дәрестәр үткәрелә. Музей бинаһы — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, 20 б. башындағы ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы (ҡара: Поносова‑Молло Е.А. йорто).

Әҙәб.: Музей археологии и этнографии: каталог. Уфа, 2007.

И.Г.Петров

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке