ТАЛБАҘЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Ҡарасайылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1517 кеше; 1920 — 1850; 1939 — 1450; 1959 — 726; 1989 — 378; 2002 — 403; 2010 — 363 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарасайылға урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай һәм Ҡаңлы улустары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. башынан билдәле. Керҙәшлек килешеүе б‑са 1717 й. тиклем бында типтәрҙәр, 18 б. аҙ. мишәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 120 йортта 718 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, быйма баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 12 кибет булған. 20 б. башында Т. Уҫы һәм Ташкисеү аа. (19 б. уртаһынан билдәле) ҡушылған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, 4 ҡалас бешереү йорто, ат м‑н ярма ярғыс, 2 һыу тирмәне, мануфактура һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Т. (Уҫы, Ташкисеү) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов