ТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 441 кеше; 1920 — 486; 1939 — 394; 1959 — 365; 1989 — 255; 2002 — 231; 2010 — 194 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1759 й. алып билдәле. 1795 й. 13 йортта 52 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 225 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. 70‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.