ТАТЫРҮҘӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Татырүҙәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 461 кеше; 1959 — 655; 1989 — 1087; 2002 — 1131; 2010 — 1146 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. башында Аҡъяр с‑зы ойошторолған ваҡытта Совхоздың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.