ТАТЛЫБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 313; 1939 — 220; 1959 — 145; 1989 — 320; 2002 — 340; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кәрешкә урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Йәнйегет һәм Таулыҡай аа. (хәҙ. Түб. Таулыҡай а.) башҡорттары элекке Татлыбай утары (1795 й. алып билдәле) урынында нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Ғәли һәм Нуриман Татлыбаевтар билдәле. 1866 й. Т. (Монашта) 27 йортта 140 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. С.И.Йәнтүрин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018