ТАТЛЫ, ауыл, 1996 й. алып Межгорье ҡ. эсендә.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Иҫәнбирҙе Татлин билдәле. Шулай уҡ Итатлы, Илмәш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 127 кеше йәшәгән, 1866 й. 33 йортта — 184 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Халҡы: 1900 й. — 220 кеше; 1920 — 233; 1939 — 287; 1959 — 316; 1989 — 662 кеше. Белорет р‑нының Татлы а/с ҡараған. Р.М.Ғәйзуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.