ТАТАР-ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар-Олҡан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Һалҡыншишмә й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1079 кеше; 1920 — 1420; 1939 — 762; 1959 — 652; 1989 — 750; 2002 — 633; 2010 — 691 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһыҠыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһыТамъян улусы башҡорттары Олҡан исеме (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы Этбей Олҡанов билдәле) м-н нигеҙ һала, 1739 й. алып билдәле. 1775 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Ҡазан губернаһы Царёвококшайск өйәҙе Починка а. хеҙмәтле татарҙары (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән), 1779 й. — типтәрҙәр, 1834 й. Ҡазан губ. Ядринск өйәҙе Әлкәй һәм Йәнмырҙа аа. сыуаштары килеп ултырған. Сыуаштар һуңынан Олҡан а. (хәҙ. Сыуаш-Олҡан а.) нигеҙ һалған. 1795 й. 113 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 122 йортта — 674 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) 2 мәсет, 4 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов