ТАТАР ҮРЕШЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш-Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 109 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 355 кеше; 1920 — 860; 1939 — 911; 1959 — 598; 1989 — 319; 2002 — 269; 2010 — 258 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Үреш исеме м-н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 57 йортта 373 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. З.Ғ.Шәйхелисламов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018