ТАТАР ҠОРО ИҘӘГЕ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Покровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 — 542; 1939 — 386; 1959 — 319; 1989 — 218; 2002 — 183; 2010 — 155 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Покровка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ергән а. (хәҙ. Мәләүез р‑ны) яһаҡлы татарҙары нигеҙ һала, 1850 й. алып Ҡоро Иҙәк исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Юлдаш исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 28 йортта 142 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. Урыҫ Ҡоро Иҙәге а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.