ТАРХАН, Шаран р‑нындағы ауыл, Шаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 651 кеше; 1920 — 866; 1939 — 592; 1959 — 396; 1989 — 335; 2002 — 179; 2010 — 174 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусының башҡ. тархандары Ишан Тархан исеме м‑н нигеҙ һала, 1753 й. алып билдәле. 1762 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — типтәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар (улар аҙаҡтан типтәрҙәр ҡатламына күскән), һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа керҙәш башҡорттар төпләнгән. 1795 й. 23 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 85 йортта — 428 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет (1904 й. төҙөлгән), тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1959—2005 йй. ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.