ТАРТАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 299; 1939 — 270; 1959 — 223; 1989 — 173; 2002 — 136; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 24 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 327 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.