ТАРҠАҘЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Тарҡаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 43 км һәм Абдулла т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 15 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1321 кеше; 1920 — 1585; 1939 — 1380; 1959 — 1236; 1989 — 811; 2002 — 788; 2010 — 731 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1782 й. алып Икебаш-Тарҡаҙытамаҡ исеме м‑н билдәле. 1782 й., 1793 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында ш. уҡ өйәҙҙең Арйылға а. яһаҡлы татарҙар килеп ултырған, 1839 й. ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө күсенгән. Шулай уҡ Абдулла, Ташлы исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. (хәҙ. исемдә) 8 йортта 53 кеше йәшәгән, 1865 й. 122 йортта — 657 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, күнэше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.Л.Аллабирҙин, Ә.Ғ.Әминев ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов