ТАРАБИРҘЕ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Кушнаренко а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 4 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1106 кеше; 1920 — 1242; 1939 — 1679; 1959 — 654; 1989 — 489; 2002 — 1184; 2010 — 1576 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, сиркәү бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1754 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. Килешеү ваҡыты үткәндән һуң яһаҡлы татарҙар Т. күсеп киткән, тип фараз ителә. 1803 й. һәм 1816 й. бында удел крәҫтиәндәре килеп ултырған. 1795 й. 264 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 98 йортта — 642 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018