ТАРА, Белорет р‑нындағы ауыл, Туҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 87 км һәм Олойылға т. юл ст. К.‑Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта Тара й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 158 кеше; 1959 — 672; 1989 — 125; 2002 — 114; 2010 — 59 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Тамъян-Ҡатай кантонында ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов