ТАПТЫКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Таптыков а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Авдон т. юл ст. К. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 617 кеше; 1920 — 720; 1939 — 1043; 1959 — 611; 1989 — 480; 2002 — 544; 2010 — 734 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Нижегородка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә подпоручик Е.З.Таптыковтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1787 й. алып билдәле. Шулай уҡ Мырҙахан (хужаларҙың береһе Н.И.Мырҙахановтың фамилияһынан), Баман исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 67 йортта 404 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне булған. 30‑сы йй. Т. Баженов а. (19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән) ҡушылған. Ауыл эргәһендә Таптыков ҡаласығы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.