ТАҢСӘЙЕТ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Атйетәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Сарпалка й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 201 кеше; 1920 — 197; 1939 — 222; 1959 — 151; 1989 — 125; 2002 — 127; 2010 — 116 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1759 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1754 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шулай уҡ Талсәйет, Туйсәйет исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 85 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 25 йортта — 123 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018