ТАНЕЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Краснояр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Косяковка т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 254; 1939 — 386; 1959 — 306; 1989 — 80; 2002 — 181; 2010 — 121 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Яңы Танеевка исеме м‑н нигеҙ һалына. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.