ТАҢАТАР, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 32 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 552 кеше; 1920 — 763; 1939 — 944; 1959 — 888; 1989 — 516; 2002 — 507; 2010 — 421 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Көрйә исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 5 йортта 62 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 301 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов